6 декабрь, Шишәмбе

22 декабрь 2010 йыл, 10:26

Өфөгә Татарстан делегацияһы килде

автор: Алик Шакиров

Өфөгә Президент Рөстәм Миңнеханов етәкселегендә Татарстан Республикаһы делегацияһы килде. Күрше республика башлығының Башҡортостанға был тәүге визиты. Визит программаһы бай эстәлекле, ике туғандаш республика башлыҡтары көн дауамында тиерлек бергә буласаҡ.  

Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан һәм Татарстан араһында хеҙмәттәшлек тураһында ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыу төп ваҡиға буласаҡ. Бынан тыш, ике президент та “Биатлон" спорт-һауыҡтырыу комплексы менән танышасаҡ, Нефтселәр мәҙәниәт һарайында президент шыршыһында, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә буласаҡ, Археология һәм этнография музейын ҡараясаҡ. Татарстан Президенты менән бергә Өфөгә күрше республиканың популяр артистары ла килгән, улар ҙур концерт менән Өфө татар дәүләт «Нур» театрында сығыш яһаясаҡ.

темалар: визиттар