5 декабрь, Дүшәмбе

22 декабрь 2010 йыл, 10:13

Энергетиктар көнө менән!

автор: "Башинформ"

22 декабрҙә, йылдың иң ҡыҫҡа көнөндә, энергетика комплексы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары үҙ һөнәри байрамдарын билдәләй.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов улар исеменә ҡотлау ебәрҙе. Унда, энергетика тармағы төбәк иҡтисадының мөһим стратегик секторҙарының береһе булып тора, тип билдәләнә. Республиканы яңы үҫеш баҫҡыстарына сығарыу буйынса күләмле проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу энергетиктарҙың төплө белеменә, инициативаһына һәм эшлеклелегенә бәйле. Иң мөһиме – халыҡтың именлеге.  

— Тармаҡҡа реформа үткәреү иҡтисади конкуренция шарттарында һеҙҙең алға динамик үҫешеү бурысы ҡуя. Һеҙҙең һөнәри оҫталығығыҙ республика ҡулланыусыларын электр энергияһы һәм йылылыҡ менән ышаныслы тәьмин итеү, энергетика тармағын артабан  модернизациялау буйынса яуаплы бурыстарҙы хәл итергә булышлыҡ итер, тип иҫәпләйем. Былар, беренсе сиратта, Урал аръяғы йылылыҡ-электр үҙәге магистрален киңәйтеү, 2-се Өфө йылылыҡ-электр үҙәге магистрален реконструкциялау, 5-се Өфө йылылыҡ-электр үҙәген төҙөү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алына төбәк башлығы мөрәжәғәтендә.

Рөстәм Хәмитов белгес-энергетиктарға, электростанциялар, электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре, ремонт-төҙөлөш һәм махсуслаштырылған предприятиелар эшселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә уңышлы эшләүҙәрен, яңы хеҙмәт ҡаҙаныштары, ныҡлы һаулыҡ, изгелек һәм именлек теләне.