6 декабрь, Шишәмбе

22 декабрь 2010 йыл, 10:09

Башҡортостанда киҫкен вируслы инфекция менән ауырыу кимәле эпидемия сигенән түбән булып ҡала

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Киҫкен респиратор вируслы инфекция менән ауырыу кимәле Башҡортостанда уҙған аҙна менән сағыштырғанда элекке кимәлдә ҡалған. Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығы белгестәре уның бик аҙға ғына күтәрелеүен билдәләй — 0,2%. Ауырыу эпидемия кимәленән түбән булып ҡала. 13-19 декабрҙә 19 меңдән күберәк кешенең вируслы инфекция менән сирләүе теркәлгән.

Өфөлә был осорҙа киҫкен вируслы инфекция менән 5,2 меңдән ашыу кеше ауырый башлаған. Был уҙған аҙна күрһәткестәренә ҡарата 3 процентҡа юғарыраҡ. Дөйөм алғанда Өфө халҡының вируслы инфекция менән ауырыуы эпидемия сигенән 9 процентҡа түбәнерәк.  

Лаборатор мониторингынан асыҡланыуынса, республикала элеккесә был осорға хас булған парагрипп вирустары өҫтөнлөк итә (тикшереү үткән кешеләрҙең 11,5%). Гриптың миҙгел вирустары, шулай уҡ пандемик грипп вирусы табылмаған.