9 декабрь, Йома

22 декабрь 2010 йыл, 10:20

Рөстәм Хәмитовтың Рәсәй Дәүләт Советына инеүе – төбәк өсөн ҙур уңыш

автор: "Башинформ"

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовты РФ Дәүләт Советы Президиумына индереүҙе юғары баһаланы.

“Дәүләт Советы – кәңәш биреү эшен тормошҡа ашырыуға ҡарамаҫтан, бик мөһим орган – ул төп ҡарарҙарҙы эшләй. Башҡортостан Президентының ошо орган Президиумына инеүе ҙур дәрәжә генә түгел, шулай уҡ  үҙ проекттарыңды тормошҡа ашырыу, башҡа төбәктәрҙәге ыңғай тәжрибәне файҙаланыу мөмкинлеге лә. Мин быны Башҡортостан өсөн ҙур уңыш тип иҫәпләйем. Башҡортостан Президентының Дәүләт Советына инеүе федераль власть яғынан Рөстәм Хәмитовҡа ғына түгел, шулай уҡ тотош республикаға, төбәк етәкселеге һайлаған йүнәлешкә етди ышаныс хаҡында һөйләй”, – тине ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 декабрҙә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Дәүләт Советы Президиумы составына үҙгәрештәр индерҙе. Уға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, шулай уҡ Яҡутия Президенты Егор Борисов, Ярославль өлкәһе губернаторы Сергей Вахруков, Коми Президенты Вячеслав Гайзер, Ростов өлкәһе хакимиәте башлығы (губернатор) Василий Голубев, Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Кобылкин, Дағстан Президенты Магомедсалам Магомедов, Иркутск өлкәһе губернаторы Дмитрий Мезенцев инде.