Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Энергетиктар маҡсатлы өҫтөнлөклө программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша

Иҡтисад

«Рәсәй гидроэнергетикаһы» коммерция булмаған партнерлығы ағзаларының сираттан тыш йыйылышы үткәрелде. Йыйылышта ҡатнашыусылар 2011 йылғы өҫтөнлөклө маҡсатлы программалар составына индереү өсөн проектарҙы билдәләне, уларҙы финанслау партнерҙарҙың йыллыҡ ағзалыҡ взностары иҫәбенә атҡарыласаҡ.

Республика энергетиктары Рәсәй гидроэнергетикаһында техник көйләү концепцияһын тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушыла. Төрлө кимәлдәге норматив базала һалынған ҡаршылыҡтар бөгөн илдең гидроэнергетик ҡеүәте үҫешендә тотҡарлыҡтар тыуҙыра. Концепция был ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөүҙе күҙ уңында тота.  

Башҡортостан гидроэнергетиктары мөһим проекттарға ҡушылып ҡына ҡалмай, шулай уҡ үҙҙәре лә тәҡдим менән сыға — 2008-2010 йылдарға ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре һәм фәнни-техник документация берҙәм программаһында ике инициативаны «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте белгестәре индерҙе.

Сираттан тыш йыйылышта тикшерелгән өҫтөнлөклө маҡсатлы программаларҙы 2011 йылдың беренсе кварталында уҡ тормошҡа ашыра башлаясаҡтар. Бөтә был саралар 2008-2010 йылдар программаһын дауам итеү булып торасаҡ һәм, айырым гидроузелдарҙы үҫтереп, илдең дөйөм гидропотенциалын арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть