Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Социаль шыршылар Өфөлә балаларға шатлыҡ бүләк итәсәк

Йәмғиәт

Республиканың баш ҡалаһында аҙ тәьмин ителгән күп балалары ғаиләләр, социаль приют тәрбиәләнеүселәре, имен булмаған ғаиләләр, инвалид балалар өсөн социаль шыршы байрамдары үтәсәк. Был матур йоланы Өфө хакимиәтенең Халыҡҡа социаль ярҙам идаралығы һаҡлай.  

— Быйыл ете Яңы йыл тамашаһы планлаштырылған, улар 24 декабрҙә  Нефтселәр мәҙәниәт һарайында, 25 декабрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында, 29 декабрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында үтәсәк, — тип хәбәр итә Өфө хакимиәтенең Халыҡҡа социаль ярҙам идаралығы баш белгесе Эльза Хангирова. — Инвалид балалар өсөн айырым сара планлаштырылған, ул 25 декабрҙә 14 сәғәттә Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк.

Райондарҙың комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре шыршы байрамына килә алған 388 балаға, шулай уҡ ике һәм унан күберәк инвалид балаһы булған ғаиләләргә Яңы йыл әкиәте бүләк итәсәк.

Өҫтәп үтәйек, йыл һайын социаль Яңы йыл тантаналарында ҡатнашҡан балалар һаны арта бара. Быйыл бындай сараларҙа 3200-ҙән ашыу бала ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть