9 декабрь, Йома

21 декабрь 2010 йыл, 16:43

«Сколково» үҙәген төҙөү проектында ҡатнашыусы статусына заявкалар ҡабул ителә

автор: Любовь Колоколова

«Сколково» Инновацион үҙәгенең Яңы технологиялар эшләү һәм коммерциялаштырыу үҙәге үҫеш фонды проектта ҡатнашыусы статусына дәғүә итеүгә заявкалар ҡабул итә башланы.

БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы хәбәр итеүенсә, бөгөнгә 16 ойошма ҡатнашыусы статусы алды. Был статус Инновацион үҙәк тураһында положениеға ярашлы ташламалар менән файҙаланыу хоҡуғы бирә.

Проектта ҡатнашыусы статусы алыуға заявкалар электрон формала бирелә. Бөтә ентекле мәғлүмәттәр «Сколково» фонды сайтында: www.i-gorod.com.