Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Төбәгебеҙҙә тәбиғәт ҡомартҡылары дүртәүгә артты

Иҡтисад

Башҡортостандың дүрт тәбиғәт объекты — республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы, ә улар биләгән территориялар айырым һаҡланған тәбиғәт территориялары тип иғлан ителде. Был саралар республикала үҙенсәлекле тәбиғәт ландшафтын һәм рекреацион ресурстарҙы рациональ файҙаланыу өсөн ҡабул ителде.

Тейешле ҡарарға 2010 йылдың 14 декабрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тәбиғи объекттар исемлегенә «Рус Швейцарияһы» (Бәләбәй районы), «Еүеш йырын» (Бишбүләк районы), «Әҙрәсгөл популяцияһы» (Туймазы районы) һәм «Шумилов шарлауығы» (Туймазы районы) тәбиғи биләмәләре инде.

Әйтергә кәрәк, айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә ниндәй ҙә булһа хужалыҡ эшмәкәрлеге, шул иҫәптән төҙөлөш, мал көтөү, ағас ҡырҡыу (санитар ҡырҡыуҙан тыш), шулай уҡ дарыу үләндәре әҙерләү тыйыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть