Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикабыҙ – төбәктәрҙең инвестициялар йәлеп итеү рейтингында лидер

Иҡтисад

17 декабрҙә Мәскәүҙә үткәрелгән «Төбәк үҫеш институттары һәм төбәктәрҙең инвестициялар йәлеп итеүсәнлеге: мөмкинлектәр, проблемалар, практика» VIII Рәсәй төбәктәр конгресында Башҡортостан Республикаһы «Инвестициялар һалыуҙың минималь иҡтисади хәүефтәре» номинацияһында беренсе урын яуланы. Форумды ойоштороусы – "Эксперт РА" рейтинг агентлығы. Агентлыҡ унда ҡатнашыуға Рәсәйҙең бөтә төбәктәре, федераль власть органдары, федераль үҫеш институттары (РосБР, АИЖК, ВЭБ, РВК), банкылар берләшмәһе вәкилдәрен, Рәсәй Федерацияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Федераль фондтары етәкселәрен саҡырҙы.

Конгресс сиктәрендә конференция үткәрелде, унда төбәктәрҙең үҫеш институттары мәсьәләләре, уларҙың финанс институттарын үҫтереү менән үҙ-ара бәйләнеше, төбәктәрҙең иҡтисади үҫешенә һәм инвестициялар йәлеп итеүсәнлегенә йоғонтоһо комплекста тикшерелде. Тематик секцияларҙа торлаҡ сәйәсәте, финанс институттары һәм төбәктәрҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.  

Инвестициялар йәлеп итеүсәнлек рейтингы йомғаҡтары буйынса алдынғы төбәктәрҙе наградлау бер нисә номинация буйынса үткәрелде. Әйтергә кәрәк, «Эксперт РА» агентлығы баһалауынса, Башҡортостан Республикаһы күп йылдар дауамында алдынғы төбәк тип таныла һәм күп тапҡырҙар төп рейтинг номинацияларында еңеүгә өлгәште.

Конгреста Башҡортостандан БР иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Александр Марьин һәм БР-ҙың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Шамил Тикеев ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть