Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды төҙөлә

Йәмғиәт

Киләһе йылда Башҡортостан «2011-2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙе стимуллаштырыу» республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуға тотона. Биш йылдан республикала йыл һайын 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ тапшырыласаҡ, тип планлаштырыла. Торлаҡ менән тәьмин ителеш бер кешегә 24,4 квадрат метрға тиклем артасаҡ (әлеге ваҡытта был күрһәткес 21,1 квадрат метр тәшкил итә). Программаның төп бурыстары – арзан торлаҡ төҙөү. Шуға күрә бөтә күп ҡатлы торлаҡтың 60 проценты Өфөлә квадрат метры – 28 мең һәм республика буйынса 24 мең һумдан тап эконом-класс торлағы буласаҡ. «Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды» коммерция булмаған ойошмаһы ҙур бурысты тормошҡа ашырасаҡ. Бынан тыш, Фондта торлаҡҡа мохтаж булыусыларҙың берҙәм электрон мәғлүмәттәр базаһы булдырыласаҡ. Хәҙер сиратта тороусылар тураһында мәғлүмәттәр тарҡау, сираттарҙы ҡала һәм район хакимиәттәрендә, төрлө ведомстволарҙа һәм йыш ҡына ҡағыҙҙа алып баралар. Яңы электрон мәғлүмәттәр базаһы был процесты тәртипкә һалырға ярҙам итә. 2011 йылдың беренсе кварталы аҙағына социаль торлаҡ төҙөлөшөнә бүленгән ер участкалары исемлеге барлыҡҡа киләсәк.

«БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды» матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Фондҡа Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге попечителлек советы идара итәсәк.

«БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһының эше үҙгәрешһеҙ дауам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть