5 декабрь, Дүшәмбе

21 декабрь 2010 йыл, 12:33

Баш ҡала халҡы итте ике тапҡырға күберәк һатып ала башланы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө халҡы быйыл ит йәрминкәләрендә былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк ит һатып алды. Был турала Өфө ҡала хакимиәтендәге кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

— Өфөгә ит йәрминкәләренә продукцияны 1600 машинала килтерҙеләр, — тине ул. — Хаҡтарға килгәндә, һарыҡ һәм һыйыр итенең хаҡы былтырғы кеүек үк, ә йылҡы һәм сусҡа ите һиҙелерлек ҡиммәтәйҙе. Шуға ҡарамаҫтан, уларға ла талап юғары.

Павел Качкаев әйтеүенсә, Өфөләге йәрминкәләрҙә ҡош ите лә күпләп һатылды.