6 декабрь, Шишәмбе

21 декабрь 2010 йыл, 12:01

Өфөнөң 2010 йылдағы килеме планлаштырылғандан кәм булмаясаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө властары, ҡала үҙ бюджетына быйылға планлаштырылған килемдәр күләмен үтәй аласаҡ, тип ышана. Был турала шишәмбе көнө үткәрелгән оператив кәңәшмәлә Өфө ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

— Ҡаланың үҙ табыштары күләме, ҡабул ителгән бюджетҡа ярашлы, 9,2 миллиард һум тәшкил итә, — тине ул. – Бөгөнгә был сумма тулыһынса ингән тип әйтерлек. 300 – 400 миллион һум самаһы йыйырға ҡалды. Йыл аҙағына тиклем ҡалған ун көн бының өсөн етерлек ваҡыт.