6 декабрь, Шишәмбе

21 декабрь 2010 йыл, 11:16

Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын һатыу күләме арта

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың ауыл хужалығы предприятиелары малсылары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары быйылғы 11 айҙа уҙған йыл кимәленә ҡарата мал һәм ҡош-ҡортто һуғымға һатыу күләмен — 4,1 процентҡа, һөт һатыу күләмен – 1,1 процентҡа, йомортҡа һатыуҙы 1,7 процентҡа арттырҙы. Мал аҙығы һатып алыу, әҙерләү, ситтән ҡайтарыу өсөн субсидиялар, шулай уҡ малға лизинг ҡоролоҡтан зыян күргән ауыл халҡы өсөн етди ярҙам булды.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан алып республиканың 10 районында бер һыйырҙан һауым 4 мең килограмдан ашҡан. 20 районда йәш һыйыр малының тәүлегенә уртаса артымы 500-598 грамм тәшкил иткән.

Хәҙер республика малсыларына малды дөрөҫ ҡышлатыу мөһим. Малсылыҡ объекттарын төҙөү, реконструкциялау һәм модернизациялау буйынса инвестиция проекттарын, «2009-2012 йылдарға ит һәм һөт малсылығын үҫтереү», «2009-2012 йылдарға Башҡортостан Республикаһында шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү», «2009-2011 йылдарға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә һөт фермаларын үҫтереү» республика программаларын тормошҡа ашырыу ҙа — өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә.