8 декабрь, Кесе йома

17 декабрь 2010 йыл, 18:00

Башҡортостанда чиновниктар эшенең һөҙөмтәлелеге 150 күрһәткес буйынса баһаланасаҡ

автор: Светлана Ғәфүрова

Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының  “Урынлы фекер” программаһында  иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов хәбәр итеүенсә, йән башына инвестициялар йәһәтенән беҙҙең республика әлегә ни бары 58-се урынды биләй.

— Беҙ бай булдыҡ, үҙ-үҙебеҙҙе тәьмин иттек, шуға күрә инвесторҙарға юлды асманыҡ, – тип аңлатты Владимир Александрович бындай хәлдең сәбәбен.

Бөгөн инвестициялар йәһәтенән беҙҙең 82 конкурентыбыҙ бар, йәғни Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттары. Инвестор иркәләнеп боҙолған, яҡшы шарттар талап итә. Ә беҙ әлегә аҡса эшләргә өйрәнмәгәнбеҙ. Инвесторҙарҙы йәлеп итә белмәйбеҙ. Был йәһәттән хатта 1990 – 2000 йылдарҙа күп кенә күрһәткестәр буйынса беҙҙән артта ҡалған Татарстанды ҡыуып етергә тура килә, – тине  республиканың иҡтисади ведомствоһы башлығы. Әммә, Владимир Балабановтың фекеренсә, тәүге өмөтләндергес аҙымдар яһалған. Мәҫәлән, Волга буйы төбәген үҫтереү сиктәрендә Башҡортостан социаль университет һәм паралимпия үҙәге төҙөү проекттарын яҡланы.

Ул билдәләүенсә, республиканың потенциаль инвестициялар сығанаҡтары бар. Улар – федераль бюджет, Рәсәй һәм Көнбайыш инвесторҙары, шулай уҡ аҡса һалыу теләге булған, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында туҡталып ҡалған урындағы инвесторҙар.

Бөгөн көнүҙәк иҡтисади темаларҙың береһе – чиновниктарҙың эш һөҙөмтәлелегендә төп күрһәткестәр.

— Федераль үҙәк 300-гә яҡын һөҙөмтәлелек күрһәткесен уйлап тапты. Беҙ уларҙың һанын 150-гә тиклем кәметтек. Һәр ведомствола төп 5-6 күрһәткес буласаҡ. Әлегә улар тулыһынса раҫланмаған. Әммә был эш башҡарылғас, кешеләр квартал һайын уларҙы статистика отчетлылығы буйынса күҙәтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Отчет тулыһынса асыҡ буласаҡ һәм Интернетта урынлаштырыласаҡ, – тине Владимир Балабанов.