Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Территориаль һайлау комиссиялары рәйестәрен уҡытыу тамамланды

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһында территориаль һайлау комиссиялары рәйестәрен уҡытыу тамамланды. Аҙна барышында улар БР Үҙәк һайлау комиссияһының һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының белем биреү программаһында ҡатнашты, аҙаҡтан комплекслы тест үткәрелде.

Был категория тыңлаусыларҙы уҡытыу маҡсаты һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесының теоретик нигеҙҙәрен үҙләштереүгә, профессиональ компетенцияны һәм күнекмәләрҙе камиллаштырыуға, идара итеү технологиялары һәм профессиональ бурыстарҙы хәл итеү алымдары өлкәһендә белемгә эйә булыуға ҡайтып ҡала. Уҡытыу программаһына территориаль һайлау комиссиялары эшмәкәрлеген хоҡуҡи һәм ойоштороу яғынан тәьмин итеү ҙә инде.

Һәр белем биреү циклы фекер уртаҡлашыу менән тамамланды, унда республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Нәүфәл Янбухтин, Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Елена Родина, БР Үҙәк һайлау комиссияһы аппараты хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты. Шулай итеп, асыҡ профессиональ диалог режимында уҡытыуҙа ҡатнашыусылар алған белемдәрен нығытты һәм республика Үҙәк һайлау комиссияһы майҙанында коммуникатив оҫталығын арттырҙы.  

Уҡытыу тамамланғас, территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре ярашлы сертификаттар алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть