5 декабрь, Дүшәмбе

21 декабрь 2010 йыл, 9:11

Юбилей объекттары төҙөлөшөнә Белоретта 1 миллиард һум йүнәлтеләсәк

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең 2012 йылда Белореттың 250 йыллығын байрам итеү тураһындағы ҡарарына ҡул ҡуйҙы.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, документ ҡала инфраструктураһын нығытыу һәм тантаналы саралар үткәреү буйынса эш планын билдәләй. Бының өсөн 1 миллиард һум самаһы аҡса тотоноу планлаштырыла.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, средстволар социаль характерҙағы яңы объекттар төҙөлөшөнә, инфраструктура системаларын үҙгәртеп ҡороуға һәм Белорет территорияһын төҙөкләндереүгә китәсәк.

«Белорет башлығы, республика министрлыҡтары, ведомстволар был пландың үтәлешен тәьмин итә аласаҡ, тип ышанам. Һәм ҡала 250 йыллығын яҡшы, матур, ремонтланған хәлдә ҡаршы аласаҡ, тип уйлайым. Билдәләнгән планды үтәмәҫкә беҙҙең әхлаҡи яҡтан хаҡыбыҙ юҡ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

темалар: БР Президенты