8 декабрь, Кесе йома

20 декабрь 2010 йыл, 17:27

Рөстәм Хәмитов Салауаттан бишенсе класс уҡыусыһын Президент шыршыһына саҡырҙы

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов исеменә Салауат ҡалаһынан 5 класс уҡыусыһы Светлана Әминеванан Президент шыршыһына саҡырыуҙы һорап яҙылған хат килде.

Светлана яҡшы уҡыуы һәм уҡыусыларҙың «Фәнгә аҙым» ғилми-ғәмәли конференцияһында 1 урын алыуы хаҡында яҙа.

Республика башлығы мәктәп уҡыусыһын Өфөләге Нефтселәр мәҙәниәт һарайында 22 декабрҙә үтәсәк Президент шыршыһына саҡырҙы.

Яҡшы билдәләргә өлгәшкән, предмет олимпиадалары һәм спорт ярыштарында еңгән мәктәп уҡыусылары, үҙешмәкәр сәнғәт фестивалдәре лауреаттары, шулай уҡ хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Башҡортостан буйынса эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балалары республиканың төп шыршы байрамының ҡатнашыусылары була ала, тип хәбәр итә БР Президентының матбуғат хеҙмәте.

темалар: БР Президенты