8 декабрь, Кесе йома

20 декабрь 2010 йыл, 17:12

2011 йылда эшҡыуарлыҡ өлкәһен үҫтереү талап ителә

автор: Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков

— 2011 йылда беҙгә эшҡыуарлыҡ өлкәһендә алға ынтылыш талап ителә. Бының өсөн Иҡтисади үҫеш министрлығы яуап бирәсәк, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 20 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең бәләкәй һәм урта бизнесты яҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһе буйынса ултырышында.

Был темаға ултырыш БР Хөкүмәте Йортонда үтте. Унда министрлыҡтар һәм ведомстволар, йәмәғәт эшҡыуарлыҡ ойошмалары, бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам инфраструктураһы вәкилдәре, эшҡыуарҙар саҡырылды.  

— Эшҡыуарлыҡ торошо – ул иҡтисадыбыҙҙың иң киҫкен мәсьәләләренең береһе. Республиканың иҡтисади әүҙем халҡының өстән бер өлөштән ашыуы – ошо өлкәлә. Эске тулайым продукттың 20 проценты самаһы ошонда етештерелә, һәм был прогресс, — тип билдәләне республика Президенты. – Башҡортостан эшҡыуарлыҡтың ҡайһы бер төп күрһәткестәре буйынса тәүге ун төбәк иҫәбендә. Был да яҡшы. 2005 йылдан бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙамға ике миллиард һумдан ашыу дәүләт средстволары тотонолдо. Ләкин йыш ҡына был ярҙам бизнесмендарыбыҙға барып етмәй.  

Төбәк башлығы фекеренсә, финанс ярҙамы эшҡыуарҙарҙың төп өлөшөнә барып етһен өсөн уны алыу процедураһын ябайлаштырырға кәрәк.  

— Беҙҙең халыҡта эшҡыуарлыҡ һәләте юҡ, тип иҫәпләүселәр яңылыша. Ул бар, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. Ләкин был йүнсел кешеләргә, айырыуса производство һәм инновациялар менән шөғөлләнеүселәргә ярҙам һөҙөмтәлерәк булырға тейеш.  

— Һуңғы биш йылда эшҡыуарлыҡтың тармаҡ структураһы үҙгәртелде. Бизнес, беҙ хыялланғанса, производствоға үтеп инде, — тине республика башлығы. — «Бәләкәстәр»гә ҙур бизнес менән үҙ-ара хеҙмәттәшлектә ярҙам итергә, аутсорсингты әүҙемерәк үҫтерергә кәрәк.

Бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү маҡсатында хәл итергә кәрәкле төп проблемалар араһында Президент ҡуртымға алынған майҙандарҙы хосусилаштырыуҙы, финанс ярҙамы күрһәтеү һәм уны бүлеү механизмын камиллаштырыуҙы, бизнес юлындағы бөтә административ барьерҙарҙы бөтөрөүҙе атаны. Шул уҡ ваҡытта ул федераль бюджеттан эшҡыуарлыҡҡа ярҙамға бүленгән средстволарҙың әлегә тиклем бүленмәүе менән ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.

Ултырышта шулай уҡ, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы тос ярҙам күрһәтә ала, тип билдәләнде. Бөтә донъяла сауҙа-сәнәғәт палаталары бизнесты үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Йәмәғәт эшҡыуарлыҡ ойошмалары ла әүҙемерәк эшләргә тейеш.