Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә яңынан һаңғырауҙар өсөн мәҙәниәт йорто асылды

Йәмғиәт

Өфөнөң Һаңғырауҙар мәҙәниәт йорто яңынан үҙенең ишектәрен асты. Мәҙәниәт йорто асылыуы балалар өсөн ысын байрамға әйләнде. Насар ишеткән балаларҙың бейеү, йыр, клоунада менән шөғөлләнергә мөминлеге барлыҡҡа килде.

Мәҙәниәт учреждениеһы ишетеү һәм һөйләшеү мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың ялын ойоштороу менән генә түгел, уларҙың ижади реабилитацияһы менән дә шөғөлләнә.  

— Беҙҙең Мәҙәниәт йортобоҙға ишетеү һәләте буйынса бөтә төр категориялағы инвалидтар ҙа йөрөй ала. Әлеге мәлдә түңәрәктәрҙә 60-лап кеше шөғөлләнә, уларҙың концерттарына бик күп тамашасылар йыйыла, — тип һөйләй Өфөнөң Һаңғырауҙар мәҙәниәт йорто директоры Ираида Иващенко.

Өфө мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы «Шанс» ым-ишара менән йырлау коллективы  Рәсәйҙәге иң яҡшы коллективтарҙан иҫәпләнә, унда 20 тәрбиәләнеүсе шөғөлләнә. «Шанс» бихисап наградалар, шул иҫәптән халыҡ-ара кимәлдәге бүләктәр менән билдәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть