10 декабрь, Шәмбе

20 декабрь 2010 йыл, 16:11

Рөстәм Хәмитов Дәүләт советы Президиумының яңы составына инде

автор: Марина Шумилова

Дүшәмбе, 20 декабрҙә, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Дәүләт советы Президиумы составының планлы ротацияһын үткәрҙе, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.

Президиумдың яңы составына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Якутия Президенты Егор Борисов, Ярославль өлкәһе губернаторы Сергей Вахруков, Коми Президенты Вячеслав Гайзер, Ростов өлкәһе хакимиәте башлығы (губернатор) Василий Голубев, Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Кобылкин, Дағстан Президенты Магомедсалам Магомедов, Иркутск өлкәһе губернаторы Дмитрий Мезенцев инде.

Президиум Дәүләт советы эше планын, шулай уҡ уның сираттағы ултырышының көн тәртибен ҡарай. Бынан тыш, Президиум Дәүләт советының эш планы һәм уның ҡарарҙарының үтәлешен анализлай. Дәүләт советы Президиумы ултырыштары зарурлыҡҡа ҡарап үткәрелә, әммә, ҡағиҙә булараҡ, айына бер тапҡырҙан һирәгерәк түгел. Уның составы Рәсәй Президенты менән билдәләнә һәм ярты йылға бер тапҡыр үҙгәртелергә тейеш. Президиумдың бынан алдағы составы дәүләт башлығы менән 2010 йылдың июнендә раҫланғайны.