5 декабрь, Дүшәмбе

20 декабрь 2010 йыл, 15:51

Яңы йыл алдынан банан сәскә атты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфө лимонарийында банан сәскә ата. Бер нисә йыл элек лимонарийға япон карлик бананының һирәк бер төрөн бүләк иткәйнеләр. Үҫемлек яңы урында оҙаҡ ерегеп китә алманы һәм һис тә үҫергә теләмәне. Уҡыу-тәжрибә хужалығы мөдире Фәриҙә Садиҡова экзотик ҡунаҡты көршәктән быяла аҫтында ергә күсереп ултыртырға ҡарар итте, һәм һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Былтыр банан сәскә атты һәм артыҡ эре булмаған 80 емеш бирҙе. Быйыл Яңы йыл алдынан ул тағы ла сәскә атты һәм емешкә төймәләнә башланы ла инде.  

— Бананыбыҙ айға яҡын сәскә ата, – тип һөйләне Фәриҙә Садиҡова. – Ә емештәре февралдә өлгөрөргә тейеш. Беҙ ҡыш артыҡ һыуыҡ булмаҫ һәм емештәр бешеп өлгөрөр, тип өмөтләнәбеҙ.

Был үҫемлек эре емеш тәлгәштәре менән ҡәҙимге пальмаға оҡшамаған. Яңы төр ике метр бейеклегендәге ҡыуаҡлыҡты хәтерләтә, ә белгестәр уны, ғөмүмән, үлән тип атай.  

Банандан тыш быяла аҫтында кофе емештәре өлгөрә. Улар инде ҡыҙарған, һәм хеҙмәткәрҙәр уңыш йыя башланы ла. Урындағы Арабиканан бында кофе ҡайнатмайҙар, ә орлоҡтарҙы артабан үрсетеү һәм яңы үҫентеләр үҫтереү өсөн файҙаланалар.

Өфө лимонарийының тағы бер ғорурлығы — мусмула. Был емеш ағасының тыуған иле тип Кавказды иҫәпләйҙәр. Тәме буйынса һары сливаны хәтерләткән емештәр әлеге ваҡытта өлгөрөп килә, һәм бик тиҙҙән башҡорт мусмулаһын да тәмләп ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Параллель рәүештә Өфө лимонарийының төп культураһын – лимондарҙы йыйыу бара. Цитрус емештәре уңышы был миҙгелдә 22 тоннанан ашып китте. Дөрөҫ, быйылғы лимондар былтырғы гиганттарҙан ҡайтышыраҡ. Быйыл иң ҙур лимон 1200 грамм тартты. Былтыр лимондар 1800 грамға еткәйне.