6 декабрь, Шишәмбе

20 декабрь 2010 йыл, 13:54

Төбәгебеҙ педагогтары Рәсәйҙең абруйлы исемдәренә лайыҡ булды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары Лениза Наумова менән Наил Сөләймәнов «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәбе хеҙмәткәре» тигән абруйлы исемгә лайыҡ булды. Был турала Указға Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы.

Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, экология буйынса күп һанлы йыйынтыҡтар авторы Лениза Наумова «мәғарифты, фәнде үҫтереүгә һәм квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» билдәләнде.

Билдәле уйлап табыусы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Наил Сөләймәнов юғары исемгә «фәнни-педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары һәм квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» лайыҡ булды.

темалар: наградалар