6 декабрь, Шишәмбе

20 декабрь 2010 йыл, 12:50

Башҡортостанда Рәсәй Президентының электрон ҡабул итеү бүлмәләре асыласаҡ

автор: Марина Шумилова

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың ҡушыуы буйынса БР Президенты Хакимиәте менән берлектә Башҡортостанда Стәрлетамаҡта, Салауатта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа электрон ҡабул итеү бүлмәләре асыуға әҙерлек алып барыла.

БР буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, электрон ҡабул итеү бүлмәләре федераль округтарҙа һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының административ үҙәктәрендә РФ Президентының ҡабул итеү бүлмәләренән кәмендә 100 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙа төҙөлә. Электрон ҡабул итеү бүлмәһе – ул абонент пункты. Ул график ҡоролмала ҡулдан яҙып индерелгән, йәки клавиатура ярҙамында йыйылған, йә булмаһа ҡағыҙҙа яҙылғанды электрон формаға күсерелгән яҙма электрон мөрәжәғәт тапшырыу мөмкинлеген тәьмин итәсәк, шулай уҡ видеоэлемтә режимында вәкәләтле кешеләргә – Мәскәүҙә граждандарҙы ҡабул итеү буйынса РФ Президентының Ҡабул итеү бүлмәһе хеҙмәткәрҙәренә шәхси телдән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бирәсәк. Электрон ҡабул итеү бүлмәләре ҡала урындағы үҙидара органдары биналарында урынлаштырыласаҡ.  

Белешмә өсөн. Рәсәй Федерацияһы Президентының Ҡабул итеү бүлмәһе Өфөлә 2010 йылдың 28 сентябрендә асылды. Унда граждандарҙың РФ Президентына адресланған мөрәжәғәттәре ҡабул ителә. Ҡабул итеү бүлмәһе адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100. («Үҙәк баҙар» йәмәғәт транспорты туҡталышы).