Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан ҡышҡылыҡҡа әҙерлек буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы дүрт төбәгенә инде

Иҡтисад

Рәсәйҙең Төбәктәр үҫеше министрлығының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ департаменты 2010-2011 йылдар көҙгө-ҡышҡы осорона Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген баһаланы.

Был рейтингта Башҡортостан дүртенсе урынды яуланы. Ҡышҡылыҡҡа әҙерлек һөҙөмтәлелеге буйынса Мәскәү өлкәһе башҡарма власы алда бара. Был төбәк етәкселегенең ҡышҡылыҡҡа әҙерлек буйынса эшмәкәрлегенең интеграль һуңғы баһа күрһәткесе 0,82 тәшкил итте. Икенсе урында Омск өлкәһе. Өсөнсө баҫҡысты Мәскәүҙең яңы етәкселеге биләй. Уның баһаһы – 0,802. Башҡортостан башҡарма власының да ошондай уҡ күрһәткес. Ләкин рейтингта республика дүртенсе урында.

Мәғлүм булыуынса, һөҙөмтәлелекте баһалау йылытыу миҙгеле башланғандан алып торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаларында авария һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр булыу-булмауынан, торлаҡ фондына һәм ҡаҙанлыҡтарға әҙерлек паспорттарынан сығып билдәләнде. Төп һәм резерв яғыулығы запастары, шулай уҡ авария һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү өсөн матди-техник ресурстар иҫәпкә алынды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть