Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө тепловоздар ремонтлау заводы локомотивтарҙы үҙҙәре тулыһынса яңырта

Иҡтисад

Уҙып барыусы йылда XIX быуатта уҡ төҙөлгән Өфө тепловоздар ремонтлау заводында мөһим ваҡиға булды: бында тәүге тапҡыр локомотивты үҙ аллы йыйҙылар. Ысынында иһә был «ТЭМ-2У» серияһына ҡараған  иҫке тепловозды тулыһынса яңыртыу.

Белгестәр локомотивтың нигеҙенән — рамдан башланы. Унан һуң капот өлөшөн, машинист кабинаһын, электр системаһын һәм яғыулыҡ ҡорамалын урынлаштырҙылар. Яңылыҡтар араһында — уңайлы ултырғыстар, идара итеү пульты, шулай уҡ әйләнештәр һанын көйләгес, ул машинаның конструктив һәм экологик күрһәткестәрен яҡшырта һәм бер үк ваҡытта яғыулыҡ тотоноуҙы кәметергә булышлыҡ итә. Ләкин иң мөһиме — Өфө локомотивының хаҡы яңы ватан тепловозыныҡынан дүрт тапҡырға кәмерәк.

Күптән түгел үҙләштерелгән эш йүнәлеше менән бер рәттән заводта ремонтланған локомотивтарҙың моделдәр сафын киңәйтәләр, күсмә составты яңыртыу юлдарын эҙләйҙәр. Запчастарҙың күбеһе предприятиеның үҙендә етештерелеүе лә ремонтты арзанайтыуға булышлыҡ итә. Яҡын киләсәктә Өфө тепловоздар ремонтлау заводы локомотивтарға компьютер буйынса идара итеү системаһы элементтарын индерергә планлаштыра.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть