9 декабрь, Йома

20 декабрь 2010 йыл, 11:06

Белорет үҙенең 250 йыллығына кәмендә миллиард һум аҡса аласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Белорет үҙенең 250 йыллығына кәмендә бер миллиард һум аҡса аласаҡ. Был турала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәмбе, 18 декабрҙә, БР Хөкүмәте Президиумының Белорет районының социаль-иҡтисади үҫеш перспективаларына арналған күсмә ултырышында хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, был аҡсалар ҡаланы төҙөкләндереүгә һәм яңы социаль объекттар төҙөүгә тотоноласаҡ.

— Был эшкә һәм средстволарҙы үҙләштереүгә йыл ярым ваҡыт ҡала, — тине төбәк башлығы, — һәм мин 2012 йылдың июлендә, ҡала юбилейын үткәргән саҡта, ул бөтөнләй икенсе төҫ аласағына ышанам.

Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, республикала иң мөһим сәнәғәт үҙәктәренең береһе булып торған Белоретта байтаҡ проблемалар асыҡланды. Был эшһеҙлектең юғары кимәле, эш хаҡының уртаса республика күрһәткесенән ҡалышыуы (14600 һум, ә республика буйынса – 16500 һум), яңы торлаҡ индереү темптарының түбән булыуы – был күрһәткес буйынса Белорет Башҡортостанда 47-се урынды биләй.

— Шул уҡ ваҡытта һуңғы ваҡытта Белоретта һәм Белорет районында билдәле бер иҡтисади йәнлелек күҙәтелә, — тип билдәләне Президент. – Мәҫәлән, район тейәп оҙатылған продукция күләме буйынса алтынсы урынға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса һигеҙенсе урынға сыҡты.

Белореттың һәм райондың артабанғы үҫеше, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, туранан-тура бындағы иң ҙур предприятие – Белорет металлургия комбинатына бәйләнгән.

— Ҡала үҙенә башҡа, ә комбинат үҙе башҡа йәшәргә тейеш түгел, — тине Президент. – Беҙ был мәсьәлә буйынса предприятие хужалары менән һөйләшеп килештек. Ләкин был райондың көнкүреше бер предприятиеға ғына бәйләнеп ҡалырға тейеш, тигән һүҙ түгел. Район ресурстарға бай, һәм уларҙы үҙләштереү өсөн инвесторҙар йәлеп итергә кәрәк. Был ҡаҙылма байлыҡтар запастары, урман, туризмды үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр биреүсе уникаль тәбиғәт ландшафттары.