3 декабрь, Шәмбе

20 декабрь 2010 йыл, 11:02

«Башлеспром» компанияһына ябылыу хәүефе янай

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

«Башлеспром» урман әҙерләү компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ябылыу хәүефе янай. Был турала шәмбе көндө БР Хөкүмәте Президиумының Белорет районында үткән күсмә ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

— Мин был компанияға бер аҙнала икенсе тапҡыр кешеләрҙән ялыу ишетәм, — тине республика башлығы. – Бындай ялыуҙар элек тә булды. Улар район хакимиәте башлыҡтарынан, республика ведомстволарынан һәм халыҡтан килә. Әгәр яҡын арала «Башлеспром» үҙенең позицияһын үҙгәртеп, йүнләп эшләй башламаһа, был компанияның төбәктә эшмәкәрлеге туҡтатыласаҡ.  

Башҡортостан Президенты шулай уҡ БР Урман хужалығы министрлығының эшен әүҙемләштерергә ҡушты. Был ведомствоға ул кесаҙнала Мәсәғүт ауылында барған кәңәшмәлә тәнҡит һүҙҙәре әйткәйне. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, БР Урман хужалығы министрлығы ағас әҙерләү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға бюрократик ҡаршылыҡтар ҡуя.