10 декабрь, Шәмбе

20 декабрь 2010 йыл, 10:16

Белорет «Ирәмәл» тәбиғәт паркын булдырыуҙа ярҙам итергә әҙер

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Белорет «Ирәмәл» милли тәбиғәт паркын булдырыуҙа ярҙам итергә әҙер. Был турала шәмбе көндө БР Хөкүмәте Президиумының күсмә ултырышында Белорет районы башлығы Владислав Миронов хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, район буласаҡ парктың дирекцияһын Белорет районының Николаевка ауылында урынлаштырырға әҙер.

Парк булдырырға планлаштырыуҙарына бер нисә йыл. Әммә бығаса проектты тормошҡа ашырыу финанслау етмәүе арҡаһында даими кисектерелеп килде. Ағымдағы йылдың көҙөндә Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов был мәсьәләге үҙе иғтибар биреп, парк төҙөлһөн өсөн барыһын да эшләргә вәғәҙә бирҙе.

— Парк булдырыу йәнә был объект өсөн берәүҙең дә яуаплылыҡ алырға теләмәүе арҡаһында һуҙылды, — тине Президент. — Әгәр Белорет районы был йүнәлештә эшләргә әҙер икән, беҙ парк дирекцияһын Николаевкала урынлаштырыу тәҡдимен хуплаясаҡбыҙ.

Белорет һәм Учалы райондары биләмәләрендә планлаштырылған парк Ирәмәл тауы янында мәҙәниәтле туризм ойоштороу өсөн инвестициялар йәлеп итергә һәм бындағы ер-һыуҙарҙың уникаль тәбиғи байлығын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк.