7 декабрь, Шаршамбы

20 декабрь 2010 йыл, 9:55

Григорий Рапота Белорет металлургия комбинатында яңы производствоны асыуҙа ҡатнашты

автор: Евгений Рәхимҡолов, Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков

Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән бергә Белорет металлургия комбинатында иретеп йәбештереү өсөн баҡырлы сым производствоһын символик асты.

— Илдең иҡтисади ҡеүәтен арттырған ваҡиғала ҡатнашыу һәр ваҡыт күңелле, — тине Григорий Рапота. – Ихтимал, бөтә Рәсәй күләмендә был производствоны асыу артыҡ мөһим дә түгелдер. Ләкин предприятие һәм ҡала өсөн был ҙур әһәмиәткә эйә.  

Григорий Рапота шулай уҡ, илебеҙ иҡтисады аҡрынлап көрсөк эҙемтәләрен еңә бара, тип билдәләне.  

— Күреүебеҙсә, иң конкуренцияға һәләтле предприятиелар еңеп сыҡты, — тине Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле. – «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тап шундайҙарҙың береһе лә. Завод көрсөк ваҡытында үҙ позицияларын юғалтмау ғына түгел, уларҙы нығытты ла.  

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов йыйылыусыларға күптән түгел Белорет хакимиәтендә үткән БР Хөкүмәте Президиумының күсмә ултырышы, ҡала һәм район алдында асылған яңы иҡтисади мөмкинлектәр хаҡында һөйләне.

БР Хөкүмәте вице-премьеры Юрий Пустовгаров предприятиеның иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә Почет грамоталары тапшырҙы. Комбинаттың ике хеҙмәткәре «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы» исемен алды.

Проект «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең стратегик инвестиция программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Яңы комплекс йылына 0,8 -2 миллиметр диаметрлы 4200 тонна баҡыр сым һәм 3660 тонна өс миллиметр диаметрлы асыҡ иретеп йәбештереү сымы етештереү ҡеүәтенә эйә. Иретеп йәбештереү сымы төҙөлөштә, энергетикала, автомобиль, нефть һәм газ сәнәғәтендә файҙаланыла.

Яңы производствоға инвестициялар күләме 87 миллион һум тәшкил итте. Яңы ҡорамалды ебәреү һөҙөмтәһендә 50 яңы эш урыны барлыҡҡа килде.