4 декабрь, Йәкшәмбе

17 декабрь 2010 йыл, 15:05

Быйылғы йылдың 11 айында республикала 1,6 миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ сафҡа индерелгән

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан территорияһында быйылғы йылдың 11 айында дөйөм майҙаны 1595 мең квадрат метрлыҡ 17,6 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған, был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 89 процент тәшкил итә. Башҡортостанстат мәғлүмәте буйынса, республиканың 1000 кешеһенә иҫәптә 393 квадрат метр торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән.

Шәхси торлаҡ йорттар өлөшө дөйөм сафҡа индерелгән торлаҡтың 76,5 процентын тәшкил иткән. Шәхси төҙөүселәр менән дөйөм майҙаны 1220,5 мең квадрат метрлыҡ 11,4 мең шәхси йорт төҙөлгән.

Төбәк предприятиелары һәм ойошмалары менән 11 айҙа 374,5 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған -  2009 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 106,6 процент.

«Төҙөлөш» эшмәкәрлеге төрө буйынса башҡарылған эштәр күләме үтеп барған йылдың ғинуар-ноябрендә 70 миллиард 330,6 миллион һум күләмендә баһалана йәки 2009 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 95 процент, тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

темалар: төҙөлөш, торлаҡ