10 декабрь, Шәмбе

17 декабрь 2010 йыл, 13:47

Башҡортостанда Салауат Юлаевтың тыуған ере буйлап туристик маршрут асыласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда яҡын арала Салауат Юлаевтың тормошо менән бәйле урындар буйлап туристик маршрут асылырға тейеш. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов быны булдырыу кәрәклеге хаҡында кесаҙнала Мәсәғүт ауылында төньяҡ-көнсығыш райондары башлыҡтары менән үткән кәңәшмәлә белдерҙе.

— Салауат Юлаев – беҙҙең төбәктең иң күләмле тарихи фигураһы, — тине ул. – Һәм беҙ уның менән бәйле урындар халыҡ хәтерендә һәм беҙҙең республикаға килгән ҡунаҡтар хәтерендә ныҡлы уйылып ҡалһын өсөн, уның тыуған ере буйлап туристик маршрут булдырырға тейешбеҙ.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, бындай туристик маршрут асыу инициативаһын урындағы властар күрһәтергә тейеш.

— Ә мин үҙемдең яғымдан бындай тәҡдимгә ваҡытлы иғтибар итергә һәм уны бойомға ашырыу өсөн средстволар бүлеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирәм, — тине Президент.