9 декабрь, Йома

17 декабрь 2010 йыл, 13:17

«РусГидро» Түбәнге Һөйән ГЭС-ы төҙөлөшөн хуплай

автор: Евгений Рәхимҡолов

«РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостанда Түбәнге Һөйән ГЭС-ы төҙөлөшөн хуплай. Был сәнәғәт гигантынан тыш, станция төҙөлөшө менән арзан электр энергияһы алырға иҫәп тотҡан бер нисә шәхси компаниялар ҙа ҡыҙыҡһына. Был турала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов кесаҙнала Мәсәғүттә республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары башлыҡтары менән үткән кәңәшмәлә белдерҙе.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Түбәнге Һөйән ГЭС-ы төҙөлөшө Рәсәй Хөкүмәтендә тикшерелә. Был мәсьәләне вице-премьер Игорь Сечин, Рәсәйҙең Энергетика һәм Иҡтисади үҫеш министрлыҡтары эшкәртә.

— Был проект мәсьәләһе ыңғай хәл ителһен өсөн беҙ бөтә кәрәкле нәмәне эшләргә тырышасаҡбыҙ,— тине Рөстәм Хәмитов. – Йомаға БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров менән БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Николай Кураповтың Рәсәй энергетика министры Андрей Шишкинға визиты планлаштырылған. Уларға тап ошо мәсьәлә буйынса фекер алышырға тура киләсәк.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Түбәнге Һөйән ГЭС-ы төҙөлөшө проекты 30 миллиард һумға баһалана. Әгәр ул тормошҡа ашырыла ҡалһа, республиканың төньяҡ-көнсығышы өсөн был ҙур алға китеш буласаҡ – оло төҙөлөш йәйелдереләсәк, яңы эш урындары һәм ҙур инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.