11 декабрь, Йәкшәмбе

17 декабрь 2010 йыл, 12:44

Республика башлығы БР Урман хужалығы министрлығын эшҡыуарҙарға ярҙам итергә мәжбүр итәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов БР Урман хужалығы министрлығын ағас әҙерләү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға ярҙам итергә мәжбүр итәсәк. Республиканың урман сәнәғәте комплексы торошона ҡағылышлы мәсьәлә Президенттың кесаҙнала Мәсәғүт ауылында төньяҡ-көнсығыш райондары башлыҡтары менән үткәргән кәңәшмәһендә күтәрелде.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, был өлкәлә бөгөн ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Урман ҡырҡыусылар яңы ҡорамалдар һатып ала, улар ҡолас йәйеп эшләгеһе килә һәм эшләй ала, ләкин шул уҡ ваҡытта ҡуртымға алынған диләнкәләрҙә эшләп былмауҙан ҙур зыян күрә.

— Бының сәбәбе –урмандарҙы үҙләштереүҙең раҫланмаған проекты, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн ағас әҙерләүселәр һәм БР Урман хужалығы министрлығы араһындағы мөнәсәбәттәр ярайһы ҡатмарлы. Мин был проблемаға тәрәнгәрәк төшә барған һайын, БР Урман хужалығы министрлығының эшҡыуарҙарға ярҙам итмәүен, ә ниндәйҙер үҙенең уйынын алып барырға маташыуын аңлайым.