Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Мәскәү менән Венгрия Башҡортостан фермаларына аҡса һалырға әҙер

Сәйәсәт

Мәскәү менән Венгрия Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында малсылыҡ комплекстары төҙөлөшөн инвестицияларға әҙер. Был турала кесаҙна көндө Мәсәғүт ауылында район башлыҡтары менән барған кәңәшмәлә республика башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Президент әйтеүенсә, Мәскәү инвесторы средстволарын йәлеп итеп, Балаҡатай районында 1500 баш малға иҫәпләнгән яңы һөтсөлөк-малсылыҡ комплексы төҙөү планлаштырыла. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында ауыл хужалығы үҫешенә инвестициялар йәлеп итеү буйынса ошондай уҡ һөйләшеүҙәр Венгрия менән дә алып барыла.  

— Потенциаль венгр партнерҙарыбыҙға беҙ үҙебеҙҙең яҡтан уларҙың борон замандағы ватандарында эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырырға әҙер, — тине Президент.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, бындай хеҙмәттәшлек тураһындағы мәсьәләне Венгрияның Ауыл хужалығы министрлығында тикшереү тора, бының өсөн унда БР-ҙың төньяҡ-көнсығыш райондары вәкилдәре һәм Башҡортостан башлығы үҙе саҡырылған. Һөйләшеү һөҙөмтәһендә беҙҙең республика һәм Венгрия араһында хеҙмәттәшлек тураһында тейешле килешеү төҙөлөүе ихтимал.

— Хатта ошо тәүге һөйләшеүҙәр ҙә беҙгә яҡын арала республиканың төньяҡ-көнсығышында миллиард һумға яҡын сумма менән баһаланған һигеҙ-туғыҙ мегаферма төҙөргә мөмкинлек бирәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов. – Әммә ошо ҙур малсылыҡ комплекстары янында һөт эшкәртеү өсөн мини-фермалар ҙа төҙөргә кәрәк.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть