5 декабрь, Дүшәмбе

17 декабрь 2010 йыл, 11:30

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йүкә балын һаҡлап ҡалырға вәғәҙә итә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йүкәне ҡырҡыуҙан ҡотҡарырға, шуның менән бергә республиканың төп байлыҡтарының береһе иҫәпләнгән йүкә балын юғалыуҙан һаҡлап ҡалырға вәғәҙә бирҙе. Йүкә балына янаған хәүеф тураһындағы мәсьәлә кесаҙна көндө Рөстәм Хәмитов Мәсәғүт ауылындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡты ҡабул иткәндә күтәрелде.

Үҙе лә ағас әҙерләү менән шөғөлләнгән Дыуан районы кешеһе төбәк башлығына урындағы урмандарҙа йүкәнең күпләп ҡырҡылыуына борсолоп мөрәжәғәт итте. Бик йыш тап ошо ағастар үҫкән участкалар урман ҡырҡыу өсөн бүленә.  Йүкә юғалыуы арҡаһында әкренләп йүкә балы ла юғаласаҡ, һәм был процесты туҡтатмаһаҡ, киләһе быуынға был продукттың тәме лә таныш булмаясаҡ. Мөрәжәғәт итеүсенең әйтеүенсә, йүкә ағасын ҡырҡыу үҙен икеләтә аҡламай, сөнки урман әҙерләүселәргә ул ҙур табыш килтермәй. Шундай уҡ уңыш менән башҡа төрлө япраҡлы ағастарҙы ла ҡырҡырға мөмкин булыр ине, һәр хәлдә балға зыяны булмаясаҡ.

Рөстәм Хәмитов йүкә балын һаҡлап ҡалыуҙа тейешле ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.

— Бындай хәлде үҙгәртергә кәрәк булыуы менән тулыһынса ризамын, һәм БР Урман хужалығы министрлығына был мәсьәләне тикшерергә күрһәтмә бирәсәкмен, — тине ул.