Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов табиптарҙы ауылға машиналар һәм йорттар менән йәлеп итергә тәҡдим итте

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йәш табиптарҙы ауыл ерендә эшләүгә торлаҡ һәм автомобилдәр менән йәлеп итергә тәҡдим итте. Бындай сараның маҡсатҡа ярашлы булыуы хаҡында ул Мәсәғүт ауылында Үҙәк район дауаханаһының яңы корпусы төҙөләсәк майҙанды ҡарағанда белдерҙе. Был дауалау учреждениеһы, төпкөлдәге башҡа дауаханалар кеүек үк, яңы кадрҙарға мохтажлыҡ кисерә. Йыл һайын Дыуан районынан бер нисә кеше Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Ләкин бик аҙҙары ғына бәләкәй ватанына әйләнеп ҡайта. Күптәр Өфөлә йәки башҡа ҙур ҡалаларҙа тороп ҡала. Йәш табиптарҙың бындай ынтылышы аңлашыла – ҡалала карьера төҙөү, аҡса эшләү өсөн мөмкинлектәр күберәк.  

— Ауыл еренә йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн, уларға бөгөн кешеләрҙең күбеһе мохтаж булған нәмәне – торлаҡ һәм транспортты бирергә кәрәк, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Ҡиммәтле белгесте аныҡ урында гарантиялы беркетеү өсөн республика бөгөн үҙенә кешене йорт һәм автомобиль менән тәьмин итеү өсөн кәрәк булған ике миллион һум самаһы сумманы рөхсәт итә ала.  

Башҡортостан башлығы фекеренсә, бындай ярҙам саралары табиптарға ҡарата ғына түгел, башҡа йәш белгестәр өсөн дә кәрәк.  Кадрҙарҙы ауылда ҡалдырыу өсөн бындай программалар, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә эшләй башлаған да инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть