10 декабрь, Шәмбе

17 декабрь 2010 йыл, 10:00

Өфө районы хакимиәте башлығы итеп контракт буйынса Рәшит Саттаров тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

16 декабрҙә Өфө районы муниципаль район Советы ултырышы булды. Унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Өфө районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Рәшит Саттаров тәғәйенләнде.

Беҙҙең белешмә. Рәшит Фәнис улы Саттаров 1960 йылда Ауырғазы районының Степановка ауылында тыуған. Өфө нефть институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1984 йылда 21-се трестың 6-сы төҙөлөш идаралығында мастер булып башлай.

1988–1996 йылдарҙа — «Главбашстрой»ҙың Зәй төҙөлөш идаралығында өлкән прораб, начальниктың етештереү буйынса урынбаҫары, баш инженер, «Башнефтезаводстрой» акционерҙар йәмғиәтенең 7-се төҙөлөш идаралығы начальнигы, БНЗС акционерҙар йәмғиәтенең «Генподрядлы төҙөлөш фирмаһы» бүлендек предприятиеһы баш белгесе, директорҙың иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.

1996–1999 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы финанс министры урынбаҫары.

1999–2003 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт һалым инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары, етәксеһе, Рәсәй Федерацияһы Һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе.

2003–2004 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — республиканың төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры.

2004–2005 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы финанс министры урынбаҫары.

2005–2008 йылдарҙа — «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары, «Беренсе төҙөлөш синдикаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.

2008–2010 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.

2010 йылдың 11 ноябренән — Өфө районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.