Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда республиканың төньяҡ-көнсығышын үҫтереү буйынса маҡсатлы программа эшләнәсәк

Сәйәсәт

Башҡортостанда республиканың төньяҡ-көнсығышын үҫтереү буйынса айырым маҡсатлы программа эшләнәсәк. Был турала Башҡортостан Президенты 16 декабрҙә Дыуан районының Мәсәғүт ауылында биш төньяҡ-көнсығыш райондары башлыҡтары ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә хәбәр итте.

«Бөгөн Урал аръяғы буйынса ошондай программа эшләнде. Һөҙөмтәлә беҙ объектив картинаны, -  Башҡортостандың көньяғында үҫеш өсөн перспективалар етерлек булһа ла, республикабыҙҙың был төбәгенең күрше Силәбе өлкәһе райондарынан күпкә артта ҡалыуын күрҙек», — тине Президент.

Уның һүҙҙәренсә, тәжрибә бындай программа эшләүгә дүрт ай самаһы ваҡыт талап ителеүен күрһәтә. «Әгәр беҙ ғинуарҙа башлаһаҡ, майға әҙерлекте тамамларға тейешбеҙ, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Шул уҡ мәлдә беҙ 2012 йылға бюджет формалашыуын да иҫәпкә ала аласаҡбыҙ».

Төбәк башлығы әйтеүенсә, программа бер нисә йылға иҫәпләнәсәк. Ул, программа эшләүгә аҡса бүленәсәк, был эште тормошҡа ашырғанда төньяҡ-көнсығыштағы һәр районға объектив ҡараш булдырыласаҡ, тип вәғәҙә итте.  

Программа сиктәрендә йәш белгестәрҙе ауылда ҡалдырыу өсөн уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә хәл ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть