5 декабрь, Дүшәмбе

16 декабрь 2010 йыл, 17:30

Өфөлә «Байыҡ-2010» телевизион конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

18 декабрҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында башҡорт бейеүен айырым башҡарыусылар араһында III «Байыҡ» республика телевизион конкурсының гала-концерты үтәсәк. Унда 41 финалға сығыусы һәм саҡырылған ҡунаҡтар — Хакасия, Ҡалмыҡстан, Бүрәт Республикаһы һәм Осетияның бейеү коллективтары һәм бейеүселәре ҡатнашасаҡ.

Өҫтәп үтәйек, «Байыҡ» бейеү оҫталығы телевизион конкурсы йыл дауамында барҙы. Унда йөҙҙән ашыу конкурсант ҡатнашты. Уларҙың оҫталығын абруйлы жюри – Фәнүзә Нәҙершина, Радмир Бәҙретдинов, Наилә Сәфәрғолова, Филүс Ҡазаҡбаев, Азамат Кәримов баһаланы.

Конкурс БР Мәҙәниәт министрлығы ҡатнашлығында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы менән 2008 йылдан бирле үткәрелеп килә.

темалар: конкурстар