8 декабрь, Кесе йома

15 декабрь 2010 йыл, 8:55

Башҡортостанда башҡарма власть органдары хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса координацион Совет ойошторолдо

автор: "Башинформ"

14 декабрҙә Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағында Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органдарының, федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары һәм Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара органдарының үҙ-ара эшмәкәрлеген ойоштороу мәсьәләләре буйынса координация советы төҙөү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Төрлө власть органдары араһында килешеп эш итеүҙе һәм үҙ-ара бәйләнеште тәьмин итеүҙә булышлыҡ күрһәтеү, Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫешендәге мөһим мәсьәләләрҙе даими тикшереү, берлектәге сараларҙы планлаштырыу һәм тормошҡа ашырыу, мәғлүмәттәр алмашыу координация советы бурыстары иҫәбенә инә.

Координация советы рәйесе функциялары Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа йөкмәтелә.

Совет составына шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары, БР Хөкүмәте Президиумы ағзалары, БР буйынса эске эштәр министры, РФ Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихия ҡазалары эҙемтәләрен бөтөрөү министрлығының БР буйынса баш идаралығы начальнигы, БР Муниципаль берәмектәр ассоциацияһы идараһы рәйесе, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы, шулай уҡ федераль башҡарма власть органдарының БР буйынса территориаль органдары етәкселәре инде.