4 декабрь, Йәкшәмбе

16 декабрь 2010 йыл, 16:30

Билдәле «Сникерс»тар етештереүҙә Башҡортостан предприятиеһының киптерелгән һөтө файҙаланыла

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин

16 декабрҙә төбәк буйынса эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты 28 төрлө продукция сығарылған Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты эшмәкәрлеге менән танышты. Әммә иң мөһиме – был «Сникерс», «Марс», «Крафтфудс»тар һәм башҡа популяр шоколад батондары етештереү өсөн әҙерләнгән ҡоро һөт.

Тәүлегенә уны бында 20 тоннаға яҡын етештерәләр һәм тулы күләмдә Мәскәүгә оҙаталар.  

Мәсәғүт һөтсөләренең Мәскәү етештереүселәре менән тығыҙ бәйләнештәре күптән булдырылған. Мәҫәлән, «Марс» менән комбинат 2006 йылдан алып хеҙмәттәшлек итә.

Дөйөм алғанда предприятие тәүлегенә 200 тонна һөт эшкәртә. Һөт Башҡортостандың биш районынан, шулай уҡ Татарстандан, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренән килтерелә.

Был турала ишеткәс, Рөстәм Хәмитов аптырауын белдерҙе һәм эшкә бындай ҡараш булмаҫҡа тейешлеген, әкренләп унан китергә кәрәклеген билдәләне.

Төбәк башлығы фекеренсә, комбинат сеймал сифатында башлыса үҙенең һөтөн ҡулланырға тейеш. Бының өсөн предприятие янында үҙенең фермер хужалығын ойошторорға кәрәк.  

Әлеге ваҡытта Мәсәғүт һөт-консерва комбинатында һөт киптереү буйынса яңы цехты эшкә ҡушыу өсөн барыһы ла әҙер. Уны сафҡа индереү ҡоро һөт етештереү күләмен ике тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирәсәк, тип ышана белгестәр.