5 декабрь, Дүшәмбе

16 декабрь 2010 йыл, 17:35

Башҡортостан Берлинға «Йәшел аҙна»ға экспонаттар оҙата

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм “Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһы экспонаттарының беренсе партияһы “Йәшел аҙна-2011”ҙә ҡатнашыу өсөн Берлинға оҙатыу маҡсатында бөгөн Мәскәүгә ебәрелде.

Башҡортостан 2011 йылдың ғинуарында «Йәшел аҙна» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был абруйлы аграр форум 2011 йылдың 21 ғинуарынан 30-ына тиклем Берлинда үтәсәк. «Йәшел аҙна» – йыл һайын үткәрелеп килгән ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек тауарҙары етештереү һәм баҡсасылыҡ өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙың бөтә донъя смотры.

Рәсәй Берлин йәрминкәһендә 16 йыл инде даими ҡатнаша. Был юлы Рәсәй экспозицияһына 6 000 квадрат метр майҙан менән айырым 2.2 павильоны бүленәсәк. БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандан «Йәшел аҙна»ла беҙҙең ике предприятие —«Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм “Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһы ҡатнашасаҡ. Республиканың күргәҙмәлә ҡатнашыуының төп маҡсаты – сит ил инвесторҙарының иғтибарын йәлеп итеү һәм донъя берләшмәһен төбәк етештереүселәре продукцияһы менән таныштырыу.