Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Мәсәғүт ауылындағы үҙенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары буйлап эш сәфәре сиктәрендә Дыуан районының хаҡимиәт үҙәге Мәсәғүт ауылында үҙенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк башлығына һигеҙ кеше килде. Уларҙың күптән борсоған һорауҙары торлаҡҡа, районда эш урындарын арттырыуға, Төньяҡ ҡасабаһында мәктәп һәм балалар баҡсаһы, район үҙәгендә бассейн төҙөүгә ҡағылды. Ауыл халҡы шулай уҡ Мәсәғүттә Сәнәғәт урамын киңәйтергә, йәки ауыл янынан урау юл төҙөргә кәрәклеге хаҡында һөйләне. Эш шунда: район үҙәгенең ҡап уртаһынан Өфө менән Екатеринбургты тоташтырыусы магистраль үтә, һәм был билдәле уңайһыҙлыҡтар, ҡасаба халҡы именлегенә хәүеф тыуҙыра. Бынан тыш, был урамда тротуар ҙа, төнгө уттар ҙа юҡ, һәм был хәлдәрҙе тағы ла киҫкенләштерә.

Президент ҡабул итеү барышында күтәрелгән ошо һәм башҡа проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам итергә вәғәҙә итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть