4 декабрь, Йәкшәмбе

16 декабрь 2010 йыл, 15:48

150 уҡыусы Президент Рөстәм Хәмитов менән бергә Байконурға барасаҡ

автор: Светлана Ғәфүрова

Өфөгә Рәсәй Космонавтика федерацияһының төбәк бүлексәһе саҡырыуы буйынса Рәсәй космонавы Владимир Коваленок килде. Ул Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты.

Төбәк бүлексәһенең башҡарыусы директоры Сергей Плюхов хәбәр итеүенсә, осрашыу барышында яҡындағы ике-өс йылда Өфөлә балалар өсөн аэрокосмик үҙәк төҙөү тураһында һөйләшеп килешелде. Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Башҡортостандан уҡыусыларҙы шәхсән үҙе Байконур космодромына экскурсияға алып барырға вәғәҙә итте, был сәфәр 2011 йылдың март аҙағына планлаштырыла. Республиканың өлкән класс уҡыусылары сираттағы йыһан карабын осороу шаһиты буласаҡ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, делегация составына балиғ булмағандар эштәре буйынса инспекцияла иҫәптә торған ауыр тәрбиәләнгән балаларҙы индерергә планлаштырыла. Тормоштан күренеүенсә, ғәҙәттә, бындай экскурсияларҙан һуң ауыр үҫмерҙәр йыш ҡына иҫәптән алына һәм уларҙың донъяға ҡарашы тамырынан үҙгәрә. Рәсәй Космонавтика федерацияһының төбәк бүлексәһе ойоштороусылары фекеренсә, Байконурға экскурсия өлкән класс уҡыусылары өсөн танып белеү генә түгел, ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә лә эйә буласаҡ.  

Владимир Коваленок Краснокама районының Ҡуян ауылында ла булды, унда ауыл уҡыусылары менән осрашты. Космонавты был районда балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаларының совет системаһы – октябряттарҙан алып комсомолецтарға тиклем – һаҡланыуы ғәжәпләндерҙе. Владимир Васильевич «был ыңғай тәжрибәне бөтә Рәсәй буйлап таратырға" ниәтен белдерҙе.

«Башҡорт балы» төбәк фәнни-производство үҙәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Ришат Ғәлиев менән дә осрашыу үткәрелде, уның ойошмаһы бына 10 йыл инде Халыҡ-ара космос станцияһын башҡорт балы менән тәьмин итә.  Башҡорт балы Рәсәй космонавтарында ғына түгел, донъяның төрлө илдәренән уларҙың коллегаларында ла ҙур популярлыҡ менән файҙалана.