5 декабрь, Дүшәмбе

16 декабрь 2010 йыл, 14:52

Башҡортостан һәм Эстония хеҙмәттәшлек офоҡтарын киңәйтә

автор: Эльмира Сабирова, Таир Зәйнуллин

«Балтик буйы диалогы – Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап» халыҡ-ара проекты сиктәрендә БР-ҙың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты делегацияһы Эстонияла булды.

Палдискиҙа Башҡортостан вәкилдәре милли батырыбыҙ һәйкәленә сәскәләр һалды. Һуңынан делегация ҡала мэры Каупо Калласс әфәнде етәкселегендәге хакимиәт вәкилдәре менән осрашты. Ҡала етәксеһе оҙатыуында ҡунаҡтар Салауат Юлаев музейында барҙы. Делегация етәксеһе, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» Халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзы Башҡорма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов, Палдиски ҡалаһы туғандаштары – Салауат һәм Салауат районы вәкилдәре ҡала мэрияһына һәм музей етәкселегенә башҡорт халҡы тарихына һәм мәҙәниәтенә ихлас мөнәсәбәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе, музейға Салауат Юлаев һәм Башҡортостан Республикаһы тураһында яңы экспонаттар, китаптар, мәғлүмәт һәм презентация материалдары тапшырҙы. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Юлаев һүҙҙәренә «Уралым» йырын башҡарҙы һәм ҡунаҡтарға ҡурайҙа уйнау оҫталығын күрһәтте.  

Һөйләшеүҙәр барышында ЮНЕСКО эшмәкәрлеге йүнәлештәре буйынса хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ Палдиски менән Салауат ҡалаһы һәм Салауат районы араһында ике яҡлы йәштәр, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә алмашыуҙарҙы үҫтереүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленде.

Таллинда делегация ватандаштары, «Ағиҙел» башҡорт мәҙәниәте йәмғиәте активистары менән осрашты. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының фотокүргәҙмә-презентацияһы, БР һәм Эстония артистарының берлектәге концерты ойошторолдо.

БР-ҙың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты делегацияһының Балтик буйына сәфәр программаһында Латвияға һәм Литваға барыу ҙа планлаштырылған. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, был проект Халыҡ-ара диалог һәм донъя халыҡтары мәҙәниәттәрен яҡынайтыу йылы сиктәрендә үтә.