9 декабрь, Йома

16 декабрь 2010 йыл, 13:14

«Арҡайым» авиакомпанияһы үҙ аллы осоштар башланы

автор: Сергей Захаров

16 декабрҙә «Арҡайым» авиакомпанияһы Өфө – Ханты-Мансийск маршруты буйынса тәүге үҙ аллы осош яһаны.

Аваиакомпания былтыр апрелдә «2009 – 2010 йылдарға БР территорияһында һауа транспортын үҫтереү» республика маҡсатлы программаһына ярашлы ойошторолдо.

Авиакомпаниянан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта һауа юлдары баҙарына анализ яһала, предприятиены артабан үҫтереү стратегияһы эшләнә. Персонал тупланасаҡ, эшләү өсөн кәрәкле договорҙар төҙөләсәк, Өфө халыҡ-ара аэропортында авиакомпанияны урынлаштырыу өсөн документтар һәм шарттар әҙерләнәсәк.  

«Арҡайым» осоштар географияһын киңәйтергә, Рәсәй буйлап та, шулай уҡ сит илдәргә лә рейстар асырға планлаштыра.