9 декабрь, Йома

16 декабрь 2010 йыл, 12:03

17 декабрҙә Өфөлә Уҡытыусы йылын ябыу тантанаһы үткәреләсәк

автор: Эльмира Сабирова

17 декабрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында Уҡытыусы йылын ябыу тантанаһы үтәсәк. Уның сиктәрендә ҡаланың мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәрен, педагогик хеҙмәт ветерандарын, һөнәри конкурстар һәм олимпиадалар еңеүселәрен, уҡытыусы-оҫталар һәм уҡытыусы-тикшеренеүселәрҙе, Өфөнөң педагогия династияһы вәкилдәрен тәбрикләү һәм йәш белгестәрҙе уҡытыусылар сафына ҡабул итеү саралары үтәсәк.

Тантана 16 сәғәттә башлана.

темалар: анонс