9 декабрь, Йома

16 декабрь 2010 йыл, 10:51

Малаяҙҙа үҙәк район дауаханаһын реконструкциялауға 217 миллион һум бүлеү планлаштырыла

автор: Евгений Рәхимҡолов

16 декабрҙә Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары буйлап эш сәфәре сиктәрендә республика башлығы Рөстәм Хәмитов Салауат районының Малаяҙ ауылында булды. Бындағы дауахана реконструкциялауға мохтаж. Был дауалау учреждениеһы сағыштырмаса яңы – 1988 йылда төҙөлгән. Әммә унда эҫе һыу юҡ, ә бинаның төп стеналарының береһендә ярыҡ барлыҡҡа килгән.  

Табиптарҙың һәм ауыл халҡының йәнә бер баш ауырыуы – балалар поликлиникаһы, нормативтар буйынса айырым бина ҡаралған булһа ла, ул дүрт кабинетта урынлашҡан, ә инфекцион ауырыуҙар бүлеге иһә бөтөнләй дауахананан бер нисә километр алыҫлыҡта ята.

Рөстәм Хәмитов дауахана корпусын ҡараны, медицина ярҙамының ниндәй шарттарҙа күрһәтелеүе менән танышты, табиптар һәм пациенттар, шул иҫәптән балалар клиникаһы пациенттары менән аралашты. Төбәк башлығы дауахананың реконструкциялауға мохтаж булыуы менән килеште һәм финанс ярҙамы кәрәклеге хаҡында белдерҙе.    

«Һаулыҡ» милли проекты сиктәрендә дауахана бинаһын реконструкциялауға 217 миллион һум бүлеү планлаштырыла. Был аҡсалар республика, федераль һәм урындағы бюджеттарҙан бүленергә тейеш. Баш табип Валерий Шапочкин әйтеүенсә, әгәр аҡса алынһа, улар тәү сиратта йылытыу системаһын, стенаны реконструкциялауға һәм башҡа ремонт эштәренә йүнәлтеләсәк.