7 декабрь, Шаршамбы

16 декабрь 2010 йыл, 11:39

Рәмил Мәзитов БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһынан бушатылды

автор: Марина Шумилова

Кисә, 15 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының 54-се ултырышы үткәрелде. Ултырышта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов ҡатнашты.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, Комиссия рәйесе Рәмил Мәзитовтың икенсе эшкә күсеү сәбәпле үҙ теләге менән ваҡытынан алда вазифаһынан бушатыуҙы һорап ғариза яҙыуы менән бәйле, ултырышта уны БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһынан бушатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе бурыстары рәйес урынбаҫары Нәүфәл Янбухтинға йөкмәтелде.