5 декабрь, Дүшәмбе

16 декабрь 2010 йыл, 10:09

Иглин районы башлығы итеп контракт буйынса Рафиҡ Мусин тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

15 декабрҙә Иглин районы муниципаль район Советы ултырышы булды, унда муниципаль районы хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Иглин районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Рафиҡ   Мусин тәғәйенләнде.

Беҙҙең белешмә. Рафиҡ Мусин 1964 йылда Саҡмағош районының Бәрҙәсле ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1987 йылда Өфө ҡалаһының 70-се урта һөнәри-техник училищеһында производствола уҡытыу мастеры булып башлай.

1992 – 2000 йылдарҙа – “Баштрансгаз” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Стройкомплекс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 7-се төҙөлөш участкаһы монтажсыһы, участка начальнигы.

2000 – 2003 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Иглин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары.

2003–2009 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Xакимиәтенең территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса секторының баш белгесе, территориялар менән эшләү бүлеге мөдире урынбаҫары.

2009 йылдан алып әлегә тиклем Башҡортостан Республикаһы Президенты Xакимиәтенең территориялар менән эшләү, кадрҙар тәьминәте һәм дәүләт наградалары идаралығының территориялар менән эшләү бүлеге мөдире урынбаҫары була.